«Ҡартатайҙарым – минең геройҙарым», – ти «Аҡ малай»
Йәнтөйәге өсөн йәнен аямаған егеттәр – халҡының ныҡлы таяуы. Тап ошондай көслө заттарҙа сағыла илебеҙҙең ҡеүәте. Аҡъяр ауылынан «Аҡ малай» позывнойлы егет – яҡындарының, яҡташтарының ғорурлығы. «Башҡортостан» полкының штурмлау ротаһы командиры, ике туған ағайҙары артынан махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеүҙе һайлай.
Әйткәндәй, уның ике ҡартатаһы ла илебеҙҙе дошмандарҙан яҡлап, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Береһе – рядовой Мырҙабай Харис улы Байғусҡаров (1921-2009) 1940 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырыла һәм Бөйөк Ватан һуғышында тәүгеләр сафында һуғыша. 1941 йылда етенсе танк корпусы составында Киев операцияһында пулеметсы булараҡ ҡатнаша. Алыштарҙың береһендә ауыр йәрәхәттәр ала. Ул – 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры. Икенсеһе – рядовой Әхмәҙулла Ғәбит улы Сынғыҙов (1921–2009) хәрби хеҙмәткә 1939 йылда саҡырыла. 1942 йылдан Сталинград өсөн үлемесле һуғышта ҡатнаша, ҡаты йәрәхәтләнә. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән наградлана. «Ҡартатайҙарым – минең геройҙарым. Тап уларҙың батырлығы арҡаһында оҙаҡ йылдар илебеҙҙә тыныслыҡ хөкөм итте», – тип һүҙ башланы яҡташыбыҙ.
Ул район үҙәгендә ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килгән. 2-се Аҡъяр мәктәбендә 9-сы класты тамамлағас, 110-сы һөнәрселек училищеһына тракторсы-машинист һөнәре буйынса уҡый. Дипломды ҡулға алыу менән хәрби хеҙмәткә саҡырылған яҡташыбыҙ бер йыл Тыуған ил алдындағы ир-егет бурысын үтәгәндән һуң, үҙ тормошон хәрби һөнәр менән бәйләргә ҡарар итә.
–Омск ҡалаһында автобронетанк инженерҙар институтында отделение командирына 5 ай уҡығандан һуң Алыҫ Көнсығышҡа ебәрҙеләр. Курил утрауҙарында хәрби бурысымды үтәгәндә Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөнөм. Шулай итеп тағы ике йыл отделение командиры вазифаһында хеҙмәт иттем, – тип һөйләне әңгәмәсем.
Контракт мөҙҙәте тамамланғас, 2017 йылда тыуған ауылына ҡайтып, ғаилә ҡора. Егет күп нәмә менән шөғөлләнә – бизнес менән дә, ҡала һәм район араларында пассажирҙар ташыу менән дә.
–Әммә мине һәр саҡ хәрби эш үҙенә тартты. Иртәме-һуңмы, ҡартатайымдар кеүек ил һағына баҫҡан ағайҙарым артынан махсус хәрби операция биләмәһенә барырымды аңлай инем. 2024 йылдың башында контракт төҙөнөм. Юлға сумкаларымды әҙерләгәс кенә яҡындарыма әйттем, улар минең ҡарарҙы ҡабул итергә мәжбүр булды. Әлбиттә, еңел булманы. «Башҡортостан» полкында хеҙмәт итеүҙе һайланым, сөнки мин үҙ республикамдың патриоты. Алғы һыҙыҡта яңы биләмәләрҙе яулап, республика флагын ҡуйыу – минең өсөн ҙур ғорурлыҡ, – ти «Аҡ малай».
Ошо арала уға әллә күпме һынауҙар аша үтергә тура килә. Башта рядовой, һуңынан офицер званиеһын ала һәм рота командиры итеп тәғәйенләнә. Командир булараҡ уға һалдаттарҙы физик яҡтан ғына түгел, ә рухи яҡтан да әҙерләргә кәрәк. Сөнки был уларҙың именлегенә һәм хәүефһеҙлегенә генә түгел, ә дөйөм еңеүгә индергән өлөштәренә лә бәйле.
–Аллаһы Тәғәләгә лә, киләсәк еңеүбеҙгә лә ышанам. Ҡайһы бер бурыстар үтәлмәҫ кеүек тойола, әммә бер нимәгә ҡарамаҫтан, дошманды ҡыҫырыҡлап сығарып, алға барырға тейешбеҙ. Беҙҙең башҡорт яугирҙары бик берҙәм, ҡуйылған бурыстарҙы ҡыйыу атҡаралар. Штурмлау операцияларында үҙ-ара туған телдә аралашыу ныҡ ярҙамға итә. Укронацистар беҙҙең нисек һөжүм итеүебеҙҙе, ҡасан маневр төркөмө, ҡасан ат асыу төркөмө эшләгәнен белмәй ҙә ҡала. Был алымды ҡулланып, заданиены ышаныслы һәм юғалтыуһыҙ үтәйбеҙ, – ти яугир.
#ДеньПобеды80лет#Наследникипобедителей#Мыединыинепобедимы#ЗащитникиОтечества#ЗащитникиОтечестваБашкортостан